Статья “Урал-батыр” башҡорт халыҡ эпосының поэтикаһын
өйрәнеүгә арналған. Боронғо мифологияға нигеҙендә тыуған “Урал-батыр”
эпосы башҡорт халҡының ғына түгел, ә
бөтә донъя мәҙәниәтенең ҡиммәтле рухи хазинаһы ул. Эпос йөкмәткеһе тәү сиратта уның сюжетында, ерҙәге мәңгелек йәшәйеш, тыныслыҡ, муллыҡ, яҡшылыҡ өсөн көрәш
идеяларында сағылыш ала.
Уның тәрән идея йөкмәткеһе халыҡ
фантазияһы менән сәнғәтсә үрелеп бирелеп, күп төрлө һүрәтләү алымдары, йәғни
эпос стиленә яраҡлашҡан күп һанлы поэтик ҡабатлауҙар, ҡатмарлы сағыштырыуҙар,
эпитеттар, гиперболалар, метафоралар менән биҙәлгән.
Эпос поэтикаһы ситуациялар, мотивтар, бер төр поэтик
алымдар, тасуири саралар, символдар ҡабатланышы менән иркен иш итә.
Primary Language | Turkish |
---|---|
Subjects | Linguistics |
Journal Section | Research article |
Authors | |
Publication Date | December 20, 2017 |
Submission Date | October 9, 2017 |
Published in Issue | Year 2017 Volume: 1 Issue: 2 |
TÜRKLAD'ın içeriği Creative Commons Atıf-Gayriticari 4.0 Uluslararası Lisansı ile lisanslanmıştır. E-ISSN: 2587-1293
Fırat Üniversitesi İnsani ve Sosyal Bilimler Fakültesi, Türk Dili ve Edebiyatı Bölümü – Çağdaş Türk Lehçeleri ve Edebiyatları Bölümü, Rektörlük Yerleşkesi ELAZIĞ-TÜRKİYE / Telefon: +90 424 237 00 00 – 3525 / 3637; Belgeç: +90 424 233 00 62; elmek: uluturklad@gmail.com